Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән 2016 йыл Кино йылы тип иғлан ителде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән 2016 йыл Кино йылы тип иғлан ителде 19.01.2016

Мәҙәниәт министрлығы тарафынан уның рәсми логотибы әҙерләнде. Кино йылы сиктәрендә төбәктәрҙә һәм халҡы 100 мең кешенән артмаған бәләкәй ҡалаларҙа кино күрһәтеү системаһын үҫтереүгә айырым иғтибар биреләсәк.  

Ваҡытында һәр ауылдың тиерлек үҙ киномеханиктары була торғайны. Улар ҡуйған  нәфис фильмдарҙы ҡарарға тип, олоһо ла, кесеһе лә клубҡа ашҡынып килде. Әммә үҙгәртеп ҡороу йылдарынан һуң ауылдарҙа кино күрһәтеү эше бөтөнләй һүнеп ҡалды. Әммә халыҡ яратҡан киномеханиктарын бер ваҡытта ла онотмай. Ошондай оҫталарҙың береһе Әбйәлил районынан Әхиәр Юлмөхәмәтов.  Ул ғүмеренең дүрт тиҫтә йыл самаһын яратҡан эшенә арнаған.
Әхиәр Юлмөхәмәтов киномеханик булып уҙған быуат уртаһында эш башлай һәм 1997 йылға тиклем һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн уға Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем тапшырыла, Ленин ордены кавалеры була.  Советтар Союзының иң юғары наградаһы менән республикала ике генә киномеханик бүләкләнә. Ҡыҙғанысҡа,  Әхиәр Хәкимйән улы 2009 йылда арабыҙҙан китә. Әммә урындағы халыҡ уның тураһында яҡты иҫтәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшырырға ниәтләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка
Миляуша
20.01.2016 09:02:12
Ғәфү итегеҙ, әммә йылдарҙы яҙғанда ялғау ҡушылмай. 2016-сы түгел, ә 2016 йыл ғына була.

Возврат к списку


Яндекс.Метрика