Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы сиктәрендә республикала «Әҙәби нағыш» марафоны дауам итә 06.08.2015

Февралдә Ҡырмыҫҡалы районынан старт алған марафон республиканың 28 район-ҡалаһын үттте. Ошо көндәрҙә  баймаҡтар эстафетаны Хәйбулла районынан ҡабул итте.

«Әҙәби нағыш» марафоны республиканың 28 район-ҡалаһын үтеп Башҡортостандың көнъяҡ төбәге Баймаҡҡа ла килеп етте. Республикаға киң билдәле сәсәндәр, мәғрифәтселәр, яҙыусылар һәм шағирҙар бүләк иткән төбәктә әҙәбиәт һөйөүселәр әле лә етерлек. Күптәр китап уҡыу менән генә сикләнмәй ҡәләм дә тибрәтә. Ижадсыларҙы  район үҙәкләштерелгән китапхана янында эшләп килгән «Игебай мәктәбе» Йәнгүҙәй әҙәби түңәрәге, сәсәндәр мәктәбе берләштерә.
Әҙәби марафондың төп маҡсаты - төбәктәрҙә йәшәп, ижад иткән йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙе табыу, уларҙың әҫәрҙәренә баһа биреү, дәртләндереү. Йәштәрҙең ҡулъяҙмаларын тикшереү эшенә Яҙыусылар союзы ағзалары йәлеп ителде. Һәр төбәктә яҙыусылар ижад итеүселәр менән оҫталыҡ дәрестәре, һөйләшеүҙәр ойоштора. Республиканың яҙыусылар берлеге рәйесе Наил Ғәйетбаев, яҙыусылар Мирас Иҙелбаев, Гөлнур Яҡупова һәм Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана вәкиле Айгөл Буранғолова Баймаҡта йәш яҙыусылар менән осрашты.
Әҙәби нағыш марафонының символы - райондан районға күсә килгән ҡулъяҙма-китапты тапшырыу тантанаһы халыҡ ижады үҙәгендә әҙәби-музыкаль кисә сиктәрендә уҙҙы. Райондың әҙәби картаһы бик бай. Күсей ауылын ғына алайыҡ. Был ауыл башҡорт әҙәбиәтенә ике Салауат Юлаев премияһы лауреаты: Абдулхаҡ Игебаевты һәм Таңсулпан Ғарипованы, ғалимдар Абдрахман һә м Салауат Ғәлләмовтарҙы, оҫта бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙинде, артистар Зифа Баязитова, Сулпан һәм Венера Әбдрәхимоваларҙы, арҙаҡлы ҡурайсы Хәмит Әхмәтовты биргән ауыл. Ғорурланырлыҡ шәхестәре булған ауылдар иһә Баймаҡта бихисап. Оҫта, тапҡыр һүҙле йәштәрҙең үҫеп килеүе иһә, башҡорт әҙәбиәтен яңы исемдәр менән тулыландырыр тигән өмөт уята.
Яҡташтарыбыҙҙың ижад емештәре район һәм республиканың матбуғат биттәрендә йыш ҡына донъя күрә. Районда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә  уңышҡа ирешеүселәр өсөн Батыр Вәлид исемендәге премия булдырылған. Яҙыусылар өмөтлө йәштәргә артабан да ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе, китап, йыйынтыҡтар баҫтырыуҙа ла ярҙам күрһәтәсәктәрен белдерҙе. Сара һуңында ҡунаҡтар Мирхәйҙәр Фәйзи һәйкәленә сәскәләр һалды.
Әҙәби нағыш марафоны иһә, дауам итә. Баймаҡтар үҙ йәһәтендә, эстафетаны күрше Сибай ҡалаһына тапшырҙы.






Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика