Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда барған Әҙәбиәт йылы сиктәрендә республикала «Әҙәби нағыш» марафоны дауам итә

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда барған Әҙәбиәт йылы сиктәрендә республикала «Әҙәби нағыш» марафоны дауам итә 20.08.2015

Билдәле булыуынса, февралдә Ҡырмыҫҡалы районында старт алған эстафета төбәктән-төбәккә тапшырыла.  Был юлы символик штандартты Белореттарҙан Әбйәлил районы әҙәбиәт һөйөүселәре ҡабул итте.

Киң күләмле сараның маҡсаты - граждандарҙың мәҙәни кимәлен, китаптың, әҙәби мираҫтың, китапханаларҙың әһәмиәтен күтәреү, район-ҡалаларҙа йәшәгән йәш авторҙарҙы табыу, уларҙың әҫәрҙәренә баһа биреү. Әбйәлил районында ла Өфөнән килгән билдәле әҙәбиәт белгестәре яңы ғына ҡәләм тибрәтә башлаусы ҡыҙҙарҙың ҡулъяҙмаларын тикшерҙе. Лилиә Солтанова, Нәркәс Ҡәйепҡолова һәм Динара Ғәлләмовалар әле мәктәптә генә уҡыуҙарына ҡарамаҫтан ҙур уңыштарға өлгәшкән. Уларҙың ижад емештәре бер тауыштан юғары баһаға эйә булды.
Эстафетаны Әбйәлилдәргә Белореттар тапшырҙы. Символик штандарт менән бергә  үҙебеҙҙең сәләмдәребеҙҙе лә еткерәбеҙ, - тине күршеләр.  "Әҙәби нағыш" марафоны артабан Бөрйән районында дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика