Рәсәй һәм ауыл көнөнә арналған сараларға Күгәрсен районы халҡы ла әүҙем ҡушылды 13.06.2017

Байрамды улар яҡташтары, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға бюст асыуҙан башланы. Иҫтәлекле һын хәҙер Мораҡ балалар үҙәгенең майҙанын биҙәйәсәк. Артабан ҡунаҡтар үҙәк урамдарҙың береһендә ойошторолған күргәҙмәне ҡараны, төрлө халыҡтарҙың милли ризыҡтарынан ауыҙ итте.

Әйткәндәй, йәрминкәлә урындағы фермерҙар үҙҙәренең продукцияһы менән һатыу итте. Үҙәк майҙанда әҙерләнгән концерт барышында Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар, оло быуын вәкилдәренә, хеҙмәт алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Тантананың икенсе өлөшөн урамдар бәйгеһе дауам итте. Байрам алдынан бер нисә урамға асфальт һалыныуы  урындағы халыҡҡа оло бүләк булды. Күңелле сара  дискотека һәм сағыу фейерверк менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика