Рәсәй киноһы йылына йәштәрҙең өлөшө 09.10.2016

Һәр кеше лә тулы метражлы кино төшөрә алмай. Шулай ҙа юғары технология заманында ҡыҫҡа ғына сюжеттар әҙерләп һәр кем йәнле кадрҙар сәнғәтенә үҙ өлөшөн индерә ала. Ҡыҫҡа ғына, ләкин мәғәнәле роликтар төшөрөүселәрҙе вайнерҙар тип йөрөтәләр. Ә инде уларҙың ижад емеше - вайндарҙы ҡарау өсөн кинотеатрҙарға йөрөргә кәрәкмәй. Сюжеттар интернет киңлектәренә һалына.

Әлбиттә, был бары тик шаярыу ғына. Наҙгөл Ғәлиеваның "Бәйләнештә" социаль селтәре сәхифәһендә бындай яҙмалар ике тиҫтәнән ашыу. Барыһы ла көндәлек тормошҡа ҡоролған. Ул инглиз телендә вайн тип иҫәпләнә.
Вайн - ул бәләкәй видеоролик атамаһы. Ғәҙәттә, уның хронометражы 20 секундтан да артмай. Вайн төшөрөүселәрҙе вайнерҙар тип йөрөтәләр. Яҙма ниндәй ҙә булһа мәғәнәгә эйә булырға тейеш. Кәйефте күтәреүсе, көлдөртөүсе, уны төшөргән кеше үҙенең булдыҡлылығы менән айырыла.
Тәүге рус вайнеры Павел Микус, ә башҡорт мөхитенә Ейәнсура районы ҡыҙы Наҙгөл Ғәлиева нигеҙ һала. Интернет селтәрендә вайн менән быйыл ғына ҡыҙыҡһына башланы. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә популярлыҡ яуланы тип әйтергә мөмкин. Ул ғына ла түгел, көндән-көн ҡараусылар һанын да арттыра. Яңы дуҫтар, фекерҙәштәр таба. Уларҙың береһе башҡорт эстрадаһында тәүге аҙымдарын яһаусы Ишембай районы ҡыҙы Лилиә Дауытова.
Ҡәрҙәш халыҡ тигәндәй, меңдәрсә халыҡты йәлеп иткән биш йәшлек Әминә Малгаждарҙы ла телгә алмай китеү мөмкин түгел. Арай менән Рамаҙан Малгаждарҙың ҡыҙҙары хәҙер Ҡаҙағстанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәле. Ғаилә көн дә тиерлек ғәҙәти тормош ваҡиғаларын видеоға төшөрөп интернетҡа урынлаштырып бара. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы вайндар һәр кемдең күңелен яулай.
Рамаҙан Малгаждар, өс ҡыҙ бала атаһы /Ҡаҙағстан/: «Беҙ ниндәй ҙә булһа, популярлыҡ яулар өсөн тотонманыҡ был шөғөлгә. бары тик ғаилә тормошон видеоға төшөрөп интернетҡа урынлаштыра ғына барҙыҡ. шулай ҙа, билдәлелек алырын көтмәгәйнек тә. урамда үтеп барғанда балаларыбыҙҙы таный ҙа башланылар».
Ваҡытты бушҡа уҙғарыуҙан барлыҡҡа килгән яҙмалар тип тә ҡарарға кәрәкмәй. Наҙгөл менән Лилиә бары тик башҡорт телен интернет киңлектәрендә популярлаштырыу, ниндәйҙер кимәлдә уның яңы форматҡа сығыуын маҡсат итеп ҡуйған.
Ни тиһәң дә, агрессив видеороликтарҙан ҡарағанда, ҡыҫҡаса яҙмалар, йә иһә вайндарҙы ҡарау күпкә отошлораҡ. Юморҙың яңы бер төрөн асып һала. Әле ҡыҙҙар үҙҙәренең командаһына фекерҙәштәр туплау ниәте менән яна.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика