Рәсәй киноһы йылы тарихҡа яңыса ҡараш ташлау мөмкинлеге бирҙе

Рәсәй киноһы йылы тарихҡа яңыса ҡараш ташлау мөмкинлеге бирҙе 11.03.2016

Кино йылына арналған сараларҙа  заманында  ауыл тормошон йәнләндереүсе тыңғыһыҙ киномеханиктарҙың исемдәре лә телгә алына. Баймаҡ районында совет осоронда эшләгән 30-ҙан ашыу киномеханиктың  тиҫтәнән ашыуы гүзәл зат вәкиле.

Әүәле  киноға эркелеп йөрөгән  осорҙо ауыл кешеләре  яҡшы хәтерләй. Бында иһә киномеханик Зәкиә ханымдың роле баһалап бөткөһөҙ. Бәләкәйҙән табип булырға хыялланып йөрөгән Зәкиә Рәхмәтуллина, бөтөнләй икенсе  һөнәр  һайлауына бер ҙә үкенмәй.  Тәүҙә Күсей ауылында, һуңынан иһә үҙенең тыуған яғы Мерәҫкә эшкә ҡайтып, 30 йылдан ашыу  урындағы  халыҡты  һинд, совет  кинолары менән һөйөндөрә.  
Үҙ һөнәрен яратҡан ябай ауыл ҡыҙына  ҡарлы-буранлы көндәрҙә лә   район үҙәгенә   барып, урындағылар өсөн яңынан-яңы  фильмдар  алып ҡайтыу бер ни ҙә булмай  күрәһең.  Ул саҡта техникалар ҙа юҡ, әммә ныҡышмал   киномеханик   барыһына ла өлгөрә.  Етмәһә,  төнгә ҡәҙәр эшләргә тура килә.
2005 йылда  районда  кино күрһәтеү селтәрҙәре туҡтатылғас, Зәкиә Рәхмәтуллинаға яратҡан эшен ҡалдырырға тура килә.  Намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең почетлы кинематографисы исеменә  лә лайыҡ була. Үҙгәртеп  ҡороуҙарҙан һуң ауылдарҙа кино күрһәтеү эшенең һүнеп ҡалыуы әсендерә. Әммә ул замандағы киномеханиктарҙың  хеҙмәте халыҡ күңелендә оҙаҡ уйылып ҡаласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика