Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу, уларҙың үҙенсәлеген, рухи байлығын һаҡлау мөһим дәүләт программаһы булып тора 14.03.2015

Был йәһәттән һәр төбәктә милли тарихи-мәҙәни үҙәктәр эшләп килә. Башҡортостанда улар ике тиҫтәгә яҡын. Әле улар Өфөлә үтәсәк «Наурыз» байрамына әҙерләнә.

Сәйетбаба ауылындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә ағинәйҙәр клубы былтыр эшләй башлаған. Шуға ҡарамаҫтан, әүҙем ханымдар бер саранан да ситтә ҡалмай. Даими рәүештә концерттарҙа, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша. Репертуар мөнәжәттәр, йырҙар, ҡумыҙ моңдары менән тулылана. Репетицияларға барыһы ла ҙур теләк менән йөрөй.
Күптән түгел ағинәйҙәр өҫтәмә рәүештә гимнастика дәрестәрен ала башлаған. Был мәҙәни-тарихи үҙәктең эшмәкәрлегенә тура бәйле булмаһа ла, сәләмәт тормош әле бер кемгә зыян килтермәгән тип улар ихлас шөғөлләнә.
Башҡорт үҙәге, исеменән үк күренеүенсә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын һаҡлау буйынса эш алып бара. Иғтибар тәү сиратта ижадҡа бүленә. Йыр-моңда халыҡ рухы сағылыуын коллективтар ҙа яҡшы аңлай. Балалар менән дә ошо йүнәлештә шөғөлләнәләр. Өҫтәүенә, эшмәкәрлек лайыҡлы баһалана. 2013 йылда үҙәк грант яулай. 300 мең һум халыҡ һөнәрҙәре йортон булдырыуға тотонола. Бынан тыш,  мәҙәниәт йылында  үҙәктең өс ағзаһы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була. Ғөмүмән, Сәйетбаба үҙәге һөнәр оҫталарына бай.  
Иң мөһиме, Сәйетбабалағы башҡорт тәрихи-мәҙәни үҙәге башҡа  ауылдар өсөн дә сағыу миҫал булып тора. Бында рухлы, милли үҙаңлы халыҡ йәшәй, улар үҙ телен һәм мәҙәниәтен ҡәҙерләүҙән тыш, башҡалар менән дә уртаҡлашырға тырыша.
Сәйетбабалар Рәсәй кимәлендә лә билдәле. Республика тормошо тураһында фильм төшөрөүсе федераль телеканалдарҙың береһе тап бында килә. Ауыл шулай уҡ «Урал батырҙың алтын билбауы» туристик маршрутына ла инә. Ошо  уҡ йүнәлеште «Килем» татар тарихи-мәҙәниәте үҙәге лә үҙләштерергә иҫәп тота. Яңыраҡ район үҙәгенә күскән ойошма алдында яңы мөмкинлектәр асыла. Хәҙер үҙәк ағзалары  иркен бинала шөғөлләнә, кабинеттар, методик бүлмәләр һаны ла артҡан. Мәҫәлән, теләге булған һәр кем бында килеп тыуған телен өйрәнә ала.
Матди базанан тыш үҙәктең тағы ла күберәк халыҡ менән эш алып барыу мөмкинлеге тыуа. Район үҙәге ҙурыраҡ, милли башланғыс менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа артыр тигән өмөт бар. Тәүге сараларҙың береһе-мәҙәниәт йорто алдында ҡышты оҙатыу байрамы.
«Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәге шулай уҡ ойошманың брендын булдырыу өҫтөндә эшләй. Әле конкурс иғлан ителгән, тәҡдимдәр ҡабул ителә. Тағы ла бер яңы башланғыс-экотуризм йүнәлеше. Төбәк ҡунаҡтарын тәбиғәт һәм иҫтәлекле урындарҙан тыш аҫаба халыҡтың мәҙәниәте менән таныштырыу моғайын, урынлылыр. Үҙәктең яңы урынға күсеүе ойошмаға ла, халыҡ  өсөн дә яңы мөмкинлектәр аса.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика