Рәсәйҙәге тыл хеҙмәтсәндәренә асылған тәүге һәйкәл – Өфөлә 08.10.2015

Бөгөн ул баш ҡалала асылды. Ете һындан  һәм монументтан торған композиция «Еңеү паркына» урынлаштырылды. Тантанала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Тыл хеҙмәткәрҙәренә арналған һәйкәлгә ҡарап һәр кем үҙен һәм яҡындарын сырамыта. Өфөлә йәшәүсе апалы-һеңлеле Ирина Стекольщикова менән Лора Байдыринаның әсәләре һуғыш йылдарында тегенсе булып эшләй. Ул һалдаттар кейеп йөрөгән өс бармаҡлы бейәләй, һырмалар тегә. Был һәйкәл әйтерһең дә, тап уға ҡарап ҡойолған, ти улар.
Лора Байдерина: «Әсәйебеҙҙең ҡулдары сирле ине, полиартрит яфаланы уны. Шуға ҡарамаҫтан бирешмәне, тик ултырманы, фронтҡа бейәләй тегеп фронтҡа ебәрҙе. Өйөбөҙҙә «Зингер» машинкаһы бар ине, ул шунда эшләне».
Ысынлап та, тылдағылар яуға киткән һалдаттар кеүек ал-ял белмәй, фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеү көнөн яҡынайтҡан. Күптәре һуғыш башланғанда бала ғына булһа ла уйлап та тормай заводтарға, колхоздарға эшкә төшкән. Улар рәтендә Шарандан Мөсәүир Ғимаҙетдинов та бар. Көлтәләп иген ташыныҡ, бер аҙ үҫкәс үгеҙ егеп ер һөрҙөк тип хәтерләй замандашыбыҙ.  
Һәм бындай миҫалдар һанап бөтөргөһөҙ. Һуғыш йылдарында Башҡортостан фронтҡа миллион тоннаға яҡын ит оҙатҡан. Ә фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәш алып барған һәр 3-сө танк менән 5-се самолет республикала етештерелгән яғыулыҡта эшләй. Йәмғиәтебеҙ һеҙҙең алдығыҙҙа сикһеҙ бурыслы тип билдәләне үҙенең телмәрендә төбәк етәксеһе.  
Тыл хеҙмәткәренә арналған композиция ете һындан һәм монументтан тора. Нефтсе, тимерсе, тегенсе, ауыл эшсәне - улар эш урынында күрһәтелгән. Ә монументта һуғыш ҡоралдары менән техникаһын күрергә мөмкин. Тантанаға йыйылыусылар заманында ил именлеге өсөн бил бөгөүселәргә бындай хөрмәт күптән кәрәк ине, тип билдәләй.
Өфөлә тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл асылыуын халыҡ ысынлап та, көтөп алды. Бөгөнгө тантаналы сара быны иҫбатланы. Бында ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, ә кешеләрҙең күҙҙәрендә тәрән кисерештәр, һағыш менән сорналған бәхет сағылды. Ә инде һәйкәл бер нисә минут эсендә тиерлек сәскәләргә күмелеүе уның урынлы булыуына тағы бер дәлил.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика