Ҡойма ямғырҙарҙан һуң күк йөҙө болоҡһоу булһа ла,  «Ижад» галереяһында әбейҙәр сыуағы башланды 03.07.2015

Бөгөндән бында Өфөнөң билдәле рәссамы Ольга Мартьянованың шәхси күргәҙмәһе эшләй.

Батика стилендә эшләүсе Ольга Мартьянованы коллегалары иң оҫта ижадсы  рәтенә индерә. Авторға лирик, уйсан, шул уҡ ваҡытта шаян һәм төҫлө картиналарҙы ижад итеү еңел бирелә. 20 йылдан ашыу эшләү дәүерендә Ольга Мартьянова күп стилдәр менән эш иткән. Бөгөн ул картиналарын башлыса ебәк туҡымала төшөрә. Тәжрибәле рәссам хатта, шәхси стилен дә уйлап тапҡан.
Ольга Мартьянова, рәссам: «Был картиналарҙы ике техниканы ҡушып башҡарҙым-графика һәм батика. Башта графика стилендә ҡәләм менән деталдәрҙе, төрлө һыҙыҡтарҙы төшөрәм, һуңынан буяуҙар өҫтәйем. Был стиль картиналарҙы төрлөләндереүҙә, йөкмәткеһен байытыуҙа уңайлы».
Алтмыштан ашыу картинанан торған күргәҙмә тематикаһы буйынса 4 өлөшкә бүленгән. Береһендә славян мифологияһына арналған эштәр күрһәтелһә, икенсеһендә натюрморттар, портреттар күрергә мөмкин. Автор милли биҙәктәр тураһында ла онотмай. Әйткәндәй, батика стилендә эшләүсе рәссамдар араһында Ольга Мартьянова иң һөҙөмтәле эшләүселәрҙең береһе.
Ирина Мелкозерова, «Ижад» күргәҙмә залы мөдире: «Ольга Мартьянованың шәхси күргәҙмәһе 22 авгусҡа тиклем дауам итә. Әйтергә кәрәк,  рәссамдың ҡайһы бер картиналары әле «АртӨфө» экспозицияһында ҡатнаша. Форум тамамланғас уларҙы ла үҙебеҙҙә ҡуясаҡбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика