Ҡойма ямғыр һабантуйға ҡамасауламаны

Ҡойма ямғыр  һабантуйға ҡамасауламаны 05.06.2017

Дәүләкән районы ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн дә милли байрам шартына килтереп уҙғарылды. Һабантуйҙың төп өлөшөндә сәхнәлә йыл дауамында тырыш һәм һөҙөмтәле эш күрһәткән уңғандар тәбрикләнде. Уларға маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  Санкт-Петербургтан тыуған яҡтарына ҡунаҡҡа ҡайтыусы Сәлимовтар ғаиләһен дә ҡойма ямғырҙар ҡурҡытмаған. Улар яҡташтары менән аралашыуҙан байрам кәйефе һәм онотолмаҫ тәьҫораттар алған.

Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡаһы - Туймазы районында ла ямғырлы һауа шарттарына ҡарамай, һабантуй тантанаһы үтте. Ит һәм һөт етештереүҙә, йәшелсә үҫтереүҙә, мал һимертеүҙә Туймазылар алдынғы. Һабантуйҙа ауыл хужалығы менән бәйле төрлө  тармаҡта эшләүсе уңғандар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде. Малдар юғалтыуҙарһыҙ ҡышлатылған, яҙғы сәсеү эштәре лә ваҡытында теүәлләнгән. Район дүрт ай эсендә 1 миллиард  475 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһын етештергән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, был өлкәлә алға китеш 116 процент тәшкил иткән. Туймазылар урындағы үҙидара эштәрен дә  күңел биреп башҡара. Ауыл советы депутаты Гөлназ Ғәбитованың эш һөҙөмтәһе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика