Ҡоймаҡ байрамы

Ҡоймаҡ байрамы 21.02.2015

Православтарҙың масленица байрамы тамамланып килә. Ошо уңайҙан Өфөлә күләмле сара уҙҙы. Унда күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре байрамдың төп һыйы - ҡоймаҡ ҡойоп, «Мәрхәмәт» фонды менән берлектә хәйриә акцияһы ойошторҙо. Ҡоймаҡ һатыуҙан йыйылған аҡса ике яҡлы ретинобластома, йәғни күҙ шеше менән яфаланыусы Изабелла Белованы дауалауға тотоноласаҡ. Дүрт йәшлек ҡыҙға Германияла дауаланыу курсы үтеү өсөн 50 мең һум аҡса кәрәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары  Дмитрий Шаронов байрамға йыйылыусыларҙы үҙе ҡойған ҡоймаҡ менән һыйлай. Ҡоймаҡты үҙен ихтирам иткән һәр ир ҡоя белергә тейеш, тип шаярта ул.
Тәмлекәстәргә сират ҙур, һәр кем байрам ризығын тәмләп ҡарарға теләй. Хәйриә акцияһында уның хаҡы 20 һумдан. Ләкин Изабелла Беловаға ярҙам итеү теләгендә йәшниккә 5, 10 мең һум аҡса һалыусылар ҙа бар.
Тәмле ҡоймаҡ, йыр-бейеү,  төрлө уйындар... Байрамдың бар йолалары ла һаҡланған. Шулай ҙа иң мөһим ваҡиға ҡарасҡы яндырыу.
Акцияның маҡсаты ғәмәлгә ашырылды, ярҙамға мохтаж Изабелла Беловаға дауаланыуға аҡса йыйылды.
Был ҡоймаҡтар ябай рецепт буйынса ҡойолһа ла, яҡты уй, ихлас күңелдән бешерелгән аҙыҡ сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай тип иҫәпләнә. Шуға ла был тәмлекәстәр байрамға килеүселәргә күңел күтәренкелеге бүләк итте.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика