Оло далала аҫаба халыҡтар йыйыны

Оло далала аҫаба халыҡтар йыйыны 04.07.2017

Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында II тапҡыр ойошторолған «Оло дала рухы» этнофестивале тамамланды. Быйылғы сараға башҡорттар махсус саҡырылды. «Үткәндәргә сәйәхәт» исеме аҫтында уҙған фестиваль донъяның тиҫтәләп илен берләштерҙе.

Сараның маҡсатына таянып төрлө халыҡ вәкилдәре милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. Яҡташтарыбыҙ ҙа тарихтарҙа һөйләнгән, легенда-риүәйәттәр ҙә телгә алынған кейемдәрҙе ҡайтанан тергеҙеп, этнофестивалдә ҡатнашты.
Яҡташтарыбыҙ, «Оло дала рухы» этнофестиваленә республиканан тура милли кейемдәрҙә үк юлланған. Йөрөгән юлдарында ҡурай тартып, өҙә баҫып башҡортса бейеп барса халыҡты хайран иткән.
Әйткәндәй, киләһе аҙнала Учалы районында «Мәргән уҡсы» милли  уҡ атыу буйынса II халыҡ-ара фестиваль үтә. Күләмле сара 13 июлгә билдәләнгән. Өс көн дауамында барасаҡ байрамда йөҙҙәрсә уҡсының ҡатнашыуы көтөлә. Тәүге тапҡыр фестиваль ҡунаҡтары иғтибарына уҡтан һыбай атыу турниры ойоштороласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика