Оҫта ҡулынан бал тама 02.08.2014

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе һәм ижад итеүсе  Сергей Павлов ағастан төрлө һындар, башлыса айыуҙар эшләү менән шөғөлләнә. Ижад емештәре донъя кимәлендә танылыу яулаған.

Оҫта яратҡан һөнәренә бар ғүмерен бағышлаған. Уның эштәре араһында ҡымыҙ тәпәне, бал  һауыттары, ағас тамырынан эшләнгән сәғәттәр ҙә бар. Һындарҙы Сергей Павлов башлыса йүкәнән эшләй. Тәүҙә ағасты юна, һындың эскизын һыҙа, пластилин әүәләй. Шунан ғына эшкә тотона. Ҡайһы бер һындарҙы эшләү өсөн оҫтаға  йылға яҡын ваҡыт талап ителә. Әле ул Бөрөлә ҡурайсы-айыу һынын юныу менән мәшғүл
Анастасия Бочкарева, Сергей Павловтың ҡыҙы: «Ҡымыҙ  өсөн тәпән үҙенсәлекле эштәрҙән һанала. Ул минән дә олораҡ. Үҙенсәлекле эш Кремлдә үткән күргәҙмәлә лә ҡатнашты. Йүкә ағасынан эшләнгән һауыт барыһына ла оҡшай, сөнки  милли  стилдә эшләнгән».
Тайыштабандар оҫтаның ижад емештәре араһында айырым бер урынды биләй. Улар араһында хоккейсы, биотлонист, көрәшселәр ҙә бар. Оҫтаның сувенирҙары менән донъя чемпионаттары еңеүселәрен бүләкләгәндәр. Йүнсел яратҡан шөғөлөнән табыш алыуға ла ирешкән. Бөгөн уның магазин-күргәҙмәһенә экскурсияға йыш киләләр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика