«Нур»ҙа «Көтөлмәгән ҡунаҡ»

«Нур»ҙа «Көтөлмәгән ҡунаҡ» 01.10.2016

Театр коллективы тамашасыһына яңы спектакль тәҡдим итә. Был көндәрҙә яңы сәхнә әҫәренең премьераһы булды. Ижади коллектив аңлатыуынса, премьера гөрләп үтте.

Спектакль башланыуға һынаулы ғына минуттар ҡала. Шуға ла  Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсимә Ғәйфуллина биҙәнеп тә, героиняһы башҡарған йырҙы хәтеренә төшөрөп тә өлгөрөргә тырыша. Ошо уҡ ваҡытта «Нур» театры актрисаһы үҙе өсөн ғәҙәти булмаған образға сума. Мин спектаклдә уйнаған Гөлсибәр донъя көтә торғандарҙан. Үҙ ғаиләһендә ул командир тиергә лә була тип аңлата Рәсимә Ғәйфуллина. Ләкин был уның бәхетһеҙлек сығанағы ла.
«Көтөлмәгән ҡунаҡ» спектакле «Нур» театрының яңы ижад миҙгелен асты. Премьераның икенсе көнөндә лә зал шығырым тулы булды. Степан Лобозеровтың әҫәрен сәхнәләштереүҙә ҡатнашыусы артистар ҙа спектаклдең уңышлы буласағында шикләнмәй.
Спектаклдең тамашасыла һөйөү уятыуын тәү сиратта уны ҡуйыуҙа ҡатнашыусы артистар тәьмин итә. Мәҫәлән, пьесала төп геройҙың әсәһе ролен башҡарыусы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисты Сәүиә Сираева һәр кемде ташып торған энергияһы менән таң ҡалдыра. Уның сәхнә оҫталығын күрергә теләүселәр премьераның ике көнөндә лә байтаҡ булды.
Спектаклдә төпкөл бер ауылда йәшәүсе ғаилә тормошо күрһәтелә. Уларға ваҡытлыса йәшәп торорға йәш ир урынлаша. Ул шунда уҡ хужаның ҡыҙын оҡшата, ләкин Тәнзиләгә ауылдаш егете Тимурҙың да күҙе төшөп йөрөгән була. Шуға ла ул был икәүҙе ҡауыштырмаҫ өсөн хәйлә уйлап таба: ғаиләгә ҡунаҡтары психиатрия дауаханаһы пациенты тип әйтә. Ә егетте, киреһенсә, былар менән абайлабыраҡ бул, башыңа етеп ҡуймаһындар тип иҫкәртә. Ошонан килеп сыға ла инде башҡа һыймаҫлыҡ мажаралар. Мәҙәктәрҙе тамашасы ихлас ҡабул итте.  
Ғаилә һәм уларҙың көтөлмәгән ҡунаҡтары араһындағы бөтә аңлашылмаусанлыҡтарға ҡарамаҫтан, спектакль яҡшы ваҡиғалар менән тамамлана. Йәш ҡыҙ Тәнзиләнең кем менән ҡауышасағын белергә һәм рәхәтәнеп күңел асырға теләйһегеҙ икән, «Нур» театрына рәхим итегеҙ!

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика