Нефтекама ҡала мәҙәниәт үҙәгендә ғауға ҡупҡан

Нефтекама ҡала мәҙәниәт үҙәгендә ғауға ҡупҡан 31.10.2015

Үҙәк етәксеһе «Виктория» эстрада-акробатика бейеүҙәре коллективына хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Ләкин коллектив педагогтары быға ҡаршы сыға. Ошондай ысул менән мәҙәниәт үҙәге етәкселәре ансамбль эшләгән аҡсаны тартып алырға теләй тигән фекерҙә улар.  

Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә аншлаг. Сәхнәлә ведомство ара комиссияһы, үҙәк етәкселәре, ансамбль уҡытыусылары. Проблеманы хәл итеү ысулдарын тыңларға коллективта шөғөлләнеүсе балаларҙың ата-әсәле лә килгән. Ғауғаның төп сәбәбе – «Виктория» ансамблендә шөғөлләнеүсе һәр балаға ай һайын түләгән бер мең һум аҡса менән кем  эш итергә тейешлеген бүлешә алмау. Әлегә был түләүҙәр ансамблдең етәксеһе Виктор Мухиндың ҡулында.
Виктор Мухин,  ансамбль етәксеһе: «Ҡала мәҙәниәт үҙәге беҙгә майҙанды ҡуртымға алырға ҡуша. Ә ата-әсәләр ул тиклем хаҡты түләй алмаясаҡ. «Виктория» ансамбле аҙнаһына алты тапҡыр бында шөғөлләнә. Унда акробатика һәм бейеү инә. Ата-әсәләр былай ҙа бик күп нәмәләрҙе үҙ кеҫәһенән түләй»
Ансамбль мәҙәниәт үҙәгендә 30 йыл шөғөлләнә. Быға тиклем уларҙан аҡса һораусылар булмай.
Фәйрүзә Динеева, Нефтекама ҡала мәҙәниәт үҙәге директоры: «Улар мәҙәниәт үҙәгенең ике залында иртәнге сәғәт һигеҙҙән, киске ун бергә тиклем шөғөлләнә. Беҙ ансамблгә ҡамасауламайбыҙ.  Ләкин һәр ата-әсә беҙҙең менән килешеү төҙөргә тейеш».
Нефтекама ҡала бюджетынан мәҙәниәт үҙәгенә йыл һайын 15 миллион һум аҡса бүленә. Уның 10 миллионы хеҙмәт хаҡына китә. Шул иҫәптә ,,Виктория" ансамбле уҡытыусыларына ла. Ҡала бюджеты 4 төркөмгә бушлай бейеү дәрестәре ойоштора ала. Ләкин ҡалған балалар өсөн ата-әсәләр үҙҙәре аҡса түләргә тейеш. Ә Нефтекама ҡала мәҙәниәт үҙәге ата-әсәләр ансамблдә шөғөлләнгән өсөн түләгән хаҡтың 70 процентын уҡытыусыларҙы өҫтәмә дәртләндереүгә, 30 процентын ҡалған сығымдар өсөн түләргә тәҡдим итә. Ә ансамбль был ҡарар менән килешмәй. Әгәр ҙә ансамбль үҙәк  менән уртаҡ тел таба алмаһа дүшәмбенән мәҙәниәт үҙәге ишектәре улар өсөн ябыласаҡ...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика