Муниципаль телеканалдар 22 кнопка яҡлы

Муниципаль телеканалдар 22 кнопка яҡлы 05.06.2017

Телерадиотапшырыуҙар һанлы форматҡа күсеү менән урындағы электрон киң мәғлүмәт сараларына тамашасыларын юғалтыу хәүефе янаны.

Быны иҫәпкә алып төбәк телеканалдары мотлаҡ күрһәтелә торған каналдар исемлегендә 21-се кнопканы алыуға өлгәште. Әммә  мәсьәлә әле муниципаль канал һәм студиялар өсөн көнүҙәклеген һаҡлап килә. Урындағы телестудиялар, тамашасыларының мәнфәғәтенән сығып  22-се кнопканы бүлеүҙәрен талап итә. Был турала бөгөн үткән түңәрәк өҫтәлдә әйтелде. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты башланғысы менән ойошторолған фекер алышыуҙа Дәүләт Думаһында халыҡ фронтының закон башланғыстары координаторы Наталья Костенко, Милли телерадиотапшырыуҙар берлеге рәйесе Александр Широких та ҡатнашты.
Муниципаль телерадиотапшырыусыларының хоҡуҡ- мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында бөгөн ҡала телерадиотапшырыусылар берлеге лә ойошторолдо. Яңы ойошма муниципаль берәмектәрҙә телевидение һәм радио тапшырыуҙар әҙерләүселәрҙең эшмәкәрлеген көйләү бурысын да үҙенә алмаҡсы. Маҡсат изге, әммә урындарҙа әле яуапһыҙ ҡалған һорауҙар ҙа байтаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика