Мостай беҙҙең арала

Мостай беҙҙең арала 22.10.2014

Республикала бөйөк шағирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә.

Бөгөн  Өфөнөң Хәрби Дан музейында  баш ҡала мәктәптәре уҡыусыларының  яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыуы үтте. Бөгөнгө осрашыуҙа һүҙ Мостай Кәримдең һуғыш һәм яу осоро тураһында яҙған әҫәрҙәре хаҡында барҙы.
Мостай Кәрим һуғыш йылдарының бар ауырлығын  үҙ иңендә кисерә. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш  егет Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла һәм Муромдағы элемтә училищеһына ебәрелә. 1942 йылдың майында иһә  шағир фронтҡа китә. Ошо уҡ йылдың  көҙөндә, яраланып, госпиталгә эләгә. Һауыҡҡандан һуң Мостай Кәрим  фронт  һыҙығына гәзит хәбәрсеһе булып ҡайта. Шағирҙың был йылдарҙағы кисерештәре, тәьҫораттары шиғыр, хикәйә, повестар нигеҙенә ята. Фронтовик яҙыусы Азат Мағазов әйтеүенсә, бөйөк шағирҙың киләсәккә төп  аманаты - һуғыш булмаһын тигән теләге.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку