Моң даръяһында гиҙеүсе шағир 23.09.2016

Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында билдәле әҙип Радик Хәкимйәндең юбилей тантанаһы үтте. Тиҫтәнән ашыу йыйынтыҡ авторы Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫкән.

Ижади эшмәкәрлеген 60-сы йылдарҙа башлай. Ҡайҙа ғына эшләһә лә шиғриәттән, әҙәбиәттән айырылмай. Әҫәрҙәрендә халҡына, тыуған яғына дан йырлай, тормош хаҡында төплө уйланыуҙары иһә күптәрҙең күңел түренә үтеп инә. 75 йәшлек юбилей тамашаһының «Их, был ғүмерҙәр» тип аталыуы ла юҡҡа түгел.
Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Хәкимйәндең ижады менән Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары  ла ҡыҙыҡһына. Юбилей кисәһендә ике төбәктең дә күренекле сәхнә йондоҙҙары уның авторлығындағы йырҙар менән сығыш яһаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика