Моңдар ҡайтһын ауылға 29.02.2016

Әбйәлил районы Хәлил ауылы халҡы популяр йырҙың исемен девиз итеп урамдар араһында фестиваль ойоштороп ебәргән. Олораҡ быуын вәкилдәре хәтерләүенсә, бындай сара һуңғы тапҡыр Советтар Союзы йылдарында уҡ үтә. Әммә сирек быуаттан ашыу ваҡыт уҙһа ла, йыр-моң байрамы хәлилдәрҙең  күңел түрендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Шуға ла ауылдаштар быйыл бер тауыштан урамдар фестивален тергеҙергә ҡарар иткән.

Сәхнәлә элекке Киров исемендәге хужалыҡтың арҙаҡлы механизаторҙары. Урамдар фестиваленә улар ураҡ мәленән күңелле тамаша әҙерләгән. Үҙ ролдәрен юғары оҫталыҡ менән башҡарған үҙешмәкәр артистарҙың талантына бер ҙә аптырайһы түгел. Сөнки Хәлил үҙенең данлыҡлы ауылдаштары менән күптән инде республикала киң танылыу яулаған.
Урамдар байрамы Хәлил ауылында тәүге тапҡыр 1988 йылда ойошторола. Ул ваҡытта был сара халыҡты берҙәмләштереүгә, йыр-моңға һөйөү уятыуға һәм әлбиттә, яңы таланттар асыуға ҙур этәргес бирә. Шуға ла быйыл ауыл биләмәһе башлығы онототолған йоланы ҡайтанан тергеҙеү тәҡдиме менән сығыш яһай. Башланғысты Хәлилдәр  ихлас күңелдән күтәреп ала.  
«Моңдар ҡайтһын ауылға» фестивален Шакир Бикҡолов, Ғәйфулла Сарбаев һәм Рәүеф Дәүләтов  урамдарында йәшәүселәр башлап ебәргән. Артабан эстафета башҡа урамдарға ла тапшырылып бара. Шуныһы мөһим, талантым юҡ тип байрамдан бер кем дә ситтә ҡалмай Хәлилдә. Сөнки халыҡтың күпләп ҡатнашыуы урам-ара татыулыҡҡа нигеҙ һала ла инде.  
Сәхнәләге һәр сығыш көслө алҡыштар менән оҙатылды. Тимәк, Хәлилгә моң ҡайтты тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Ә инде  урамдар фестивале яҡын киләсәктә гала-концерт менән тамамланасаҡ. Унда инде һәр урамдың иң яҡшы сығыштары һайлап алынасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика