«Минең ғаиләм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында»

«Минең ғаиләм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» 17.04.2015

Иглин районында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап уҙғарылған иншалар конкурсы шулай тип аталды.     

Иншаларҙы һәр уҡыусы туған телендә яҙған. Башҡорт һәм рус, татар һәм сыуаш телдәрендә ижад ителгән яҙма эштәрҙә уҡыусылар үҙҙәренең һуғышта ҡатнашҡан туғандары, олатай-өләсәйҙәр ҡаһарманлығы хаҡында бәйән иткән.
Конкурсҡа барлығы 140 инша тәҡдим ителгән. Уларҙың 35-е икенсе турға һайлап алынған. Турбаҫлы, Ҡарамалы,  Көҙәй, Ивано-Казанский, Ҡаҙаяҡ һәм район үҙәгенең 4-се мәктәбе уҡыусылары айырыуса әүҙемлек күрһәткән. Иншалар конкурсын йомғаҡлау тантанаһында еңеүселәргә рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иң мөһиме, патриотик темаға арналған конкурста ҡатнашып, уҡыусылар атай-олатайҙар ҡаһарманлығын, данлыҡлы тарихты баһаларға өйрәнә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика