Милли баҫмаларға яҙылыу кампанияһы дауам итә 13.11.2014

Ошо уңайҙан Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы «Башҡорт матбуғаты көнөн» ойошторҙо

Уҡыусылар менән осрашыуға балалар һәм республика йәштәр гәзит-журналдары мөхәррирҙәре, хәбәрселәр килде.
Гимназия уҡыусылары республиканың  милли баҫмалары вәкилдәрен тыуған телдәге шиғырҙар, йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Осрашыуға уҡыусыларҙың яратып уҡыған баҫмалары – «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдары, «Йәншишмә» гәзите һәм башҡа баҫмалар  хеҙмәткәрҙәре килде. Балалар гәзиттең нисек  әҙерләнеүе ,  мәҡәлә, шиғыр яҙыу серҙәре  менән ҡыҙыҡһынды.
Осрашыу барышында «Шоңҡар» журналы мөхәррире интернет селтәрендә барған «Йыртып астым күкрәгемде» шиғыр һөйләү конкурсында   әүҙем ҡатнашыусыларҙы  һәм еңеүселәрҙе билдәләне. Урында уҡ почта хеҙмәткәрҙәре эшләне. Уҡыусылар яратҡан баҫмаларына яҙылды.
Быйылдан ил Хөкүмәте Рәсәй почтаһына йыл да бүлгән матди ярҙамды  бүлеүҙән баш тартты. Һөҙөмтәлә  был сығымдар матбуғат баҫмалары иңенә төштө. Ҡайһы бер гәзит-журналдарҙың хаҡы икеләтә күтәрелде. Шуға ҡарамаҫтан рухи аҙыҡтан айырылырға ярамай тигән фекерҙә уҡытыусылар. Сөнки ҡәләм тибрәткән уҡыусыларға был баҫмалар ижади киләсәккә юл аса.
Милли баҫма бер көн өсөн генә эшләмәй. Ул йәш быуынды тәрбиәләүсе,  рухиәтте һәм аңды үҫтереүсе көс булып тора. Шуға күрә киләсәген хәстәрләгән кеше хаҡ артыуына ҡарамай,  милли баҫмаларҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика