Милләт рухы һағында 13.09.2014

Әбйәлил районында «Ағинәйҙәр ҡоро» үтте. Сарала республиканың 14 районынан 100-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты.

«Ағинәйҙәр ҡоро»на килеүселәр Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙары ойошторған башҡорт халҡының бай тарихлы көнкүреш, биҙәүес әйберҙәре урын алған ҙур күргәҙмәгә шаһит булды. Әбйәлилдең Амангилде ауылынан Ғәшүрә Әүбәкирова, мәҫәлән, әсәһенән өйрәнгән боронғо кәсепте дауам итә. Ҡасандыр аҫаба халыҡта киң ҡулланылған сарыҡ, ҡата, сәкмән кеүек милли кейемдәрҙе эшләй. Улар  фабрикала етештерелгән тауарҙан бер ҙә айырылмай.
Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары тула баҫыу серҙәре менән дә бүлеште. Көҙгө һарыҡ йөнөн тетеп-иләүҙең боронғо ысулын күрһәтте. Оҫталар тула баҫыуҙы бер нисә этапҡа бүлде: берәүҙәр йөн тетһә, икенселәр иләне, өсөнсөләр балаҫ һуҡты. Бер-бер артлы әйтелгән таҡмаҡтар ҡунаҡтарҙы ла бейетте.
Артабан сара төрлө саҡырыу, лозунгылар менән байытылған сәхнәлә дауам итте. Республиканың 14 районынан килгән ағинәйҙәр, ҡунаҡтар һүҙ тотто, йәмғиәттең бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында фекер алышты. Етди мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Ғүмер буйы 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән Ғәйнур Рәхмәтуллина  тере етемдәрҙең артыуына борсолоу белдерҙе.
Тап Әбйәлил ерлегендә тамыр йәйгән ағинәйҙәр ҡоро - «Айыҡ ауыл» республика конкурсына нигеҙ һалыусыларының береһе. Хәҙер республика ауылдары һәйетҡолдарҙан өлгө ала. Айыҡ ауылдар һанының йылдан-йыл артыуына тап ошо ағинәйҙәр ҡоро сәбәпсе лә инде.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика