Микрофонды көрәк алмаштырҙы

Микрофонды  көрәк алмаштырҙы 04.05.2016

Бөгөн «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Шишмә районында сираттағы мәрхәмәтлек акцияһын ойошторҙо. Илкәш ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшиҙә Юлдашеваға баҡса эштәрендә ярҙам итеп, картуф сәстеләр. Арыу-талыу белмәҫ коллегаларыбыҙ ауыл халҡына күркәм концерт та үткәрҙе.  

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшиҙә Юлдашева баш ҡала ҡунаҡтарын ихлас ҡаршы алды. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Илкәш ауылына ҡунаҡҡа түгел, ә изге эш башҡарырға килгәйне. Картуф сәсә башлар алдынан улар яңыраҡ ҡына 92 йәшен тултырған яугир ханымдың дәһшәтле йылдар хәтирәләрен тыңланы. Рәшиҙә  Авзалетдин ҡыҙы башта Подольскиҙа снайпер мәктәбен тамамлай, артабан һуғышта мәргән атыусы булараҡ таныла.
Рәшиҙә Юлдашева Еңеү көнөн Прагала ҡаршылай. Күп тә үтмәй йәш ҡыҙҙы тыуған яғына ҡайтаралар. Ауылда ла ул «тырышып, һәр эште еренә еткереп эшләне», - ти күршеләре.
Рәшиҙә Юлдашева баҡса эштәрен дә яратып башҡарған. Хәйер, быйыл картуф сәсеүҙә «Юлдаш»тар ярҙамға килде. Микрофон урынына көрәк, биҙрәләр тотоп, коллегаларыбыҙ ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай эшкә тотондо. Уларға ветерандың балалары ла ярҙамлашты.
Баҡса бик ҙур булмаһа ла, эш күләме етерлек ине. Берҙәм коллектив һауа торошоноң ҡулай булыуына ла ҡыуанды. «Ҡояшлы көн дәрт-дарман өҫтәне»,- ти улар.  
«Юлдаш»тар бындай мәрхәмәтлек акцияларын даими ойоштора. Былтыр радио хеҙмәткәрҙәре Иглин районының Меңйетәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрәфетдин Ғафаровты байрам менән ҡотлап, уға ҡура тирәһендә булышып, баҡсаһына емеш ағастары ултыртҡайны.
Радио хеҙмәткәрҙәре баҡсала эшләгән арала Рәшиҙә Юлдашева ауыл инәйҙәре менән осрашып, һөйләште. Яугир ҡатындың тормош иптәше лә һуғышта ҡатнашҡан була. Фронтҡа ингәндән һуң күп тә үтмәй  Ғәләз Ғаяз улы тотҡонлоҡҡа эләгә, күп ыҙа-михнәттәр күрә.
Баҡса эштәрен тамамланғас, «Юлдаш»тар Илкәш ауылында йәшәүселәргә бәләкәй концерт та ойошторҙо. Бөйөк Еңеү көнө алдынан был ҙур бүләк булды, әлбиттә. Дуҫлыҡ хаҡында, ата-әсәйҙәргә арналған йырҙарҙы ла халыҡ йылы ҡабул итте. Әйткәндәй, сара аҙағында радио хеҙмәткәрҙәре ошондай мәрхәмәтлек акцияларын дауам итергә вәғәләне. Изге эш башҡарырға бер ҡасан да һуң түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика