Михаил Нестеров тыуған яғына әйләнеп ҡайтты

Михаил Нестеров тыуған яғына әйләнеп ҡайтты 11.12.2015

Бөгөн Өфөлә бөйөк рәссамға һәйкәл асылды.

Ул республикала рәссамдар хөрмәтенә ҡуйылған тәүге һәйкәл, монумент Нестеров исемендәге художество музейы алдына ҡуйылды.  Михаил Нестеровҡа тыуған ҡалаһы Өфөлә һәйкәл асыу ниәте күптән тыуа. Билдәле рәссам  Николай Калунишкин уның эскизын да әҙерләй. Әлеге  һәйкәлде тап уның  ижад емешенә нигеҙләнеп Фирдант Нуриәхмәтов етәкселегендәге коллектив яһай.  Михаил Нестеров   бөтә донъяға билдәле ижадсы, Башҡортостанда уның иҫтәлеге ҡәҙерләп һаҡлана, тине Республика башлығы.  Өфөлә 1954 йылдан уның исемен йөрөткән  музей эшләй, унда төҙөкләндереү эштәре үткәрелгән.
Бронза һәйкәлдең бейеклеге 3 метр 60 сантиметр. Михаил Нестеров бында  буяуҙар һәм ҡылҡәләм тотоп яҡташтары  алдына баҫҡан,  ысын тормоштағы һымаҡ.  Авторҙар әйтеүенсә, һәйкәлдә  рәссамдың  уртаса йәштәге ваҡыты сағылыш тапҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика