Михаил Нестеров исемендәге сәнғәт музейында төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында

Михаил  Нестеров исемендәге сәнғәт музейында төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында 05.08.2014

Ошо көндәрҙә мәҙәниәт усағының  фонды яңы бинаға күсте. 15 меңдән ашыу экспонат. Михаил Нестеров исемендәге сәнғәт музейында скульптура, графика, һынлы сәнғәт емештәре һаҡлана. Улар араһында Башҡортостан  ғына түгел, сит ил  рәссамдарының  да билдәле эштәре бар. Фондтың әһәмиәте ошо ҡомартҡыларҙы киләсәк быуындарға еткереү.

Реконструкцияға тиклем экспонаттар музей филиалдарында, тығыҙ биналарҙа һаҡланған. Хәҙер тарихи ҡомартҡылар өсөн махсус шарттар булдырылған. Һәр сәнғәт төрөнә айырым бүлмә бүленгән.
Картиналар һаҡланасаҡ бүлмәләрҙә һәр әҫәргә айырым урын билдәләнгән. Бүлмәләрҙә күсмә шкафтар урынлаштырылған. Унда һауа температураһы ла махсус кимәлдә тотоласаҡ. Буяуҙары һыҙырыла, сатнай башлаған картиналар менән реставраторҙар эшләй. Сәнғәт әҫәрҙәрен элекке хәленә килтереү өсөн дә заманса шарттар ҡаралған.
Илмира Фәриҙунова, реставратор:  «17-се, 18-се быуатта төшөрөлгән картиналарҙың йылдар уҙыу менән буяуы юйыла башлай. Уларҙы махсус әҙерләнгән шыйыҡса менән эшкәртәбеҙ. Бер картинаны яңыртыуға яҡынса  йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Реставрация уҙғарғанда күп кенә картиналар икенсе авторҙыҡы икәнлеге асыҡлана».
Музейҙа  күргәҙмә залдары ла эшләйәсәк. Элек күп кенә картиналарға урын етмәһә, хәҙер улар барыһы ла күҙ алдында буласаҡ.
Ошо урында бөйөк рәссам Михаил Нестеревҡа бағышланған һәйкәл асыласаҡ. 26 авғуста конкурс уҙа. Унда һәйкәлдең авторы һәм макеты билдәләнәсәк. Нисә йылдар халыҡта төрлө бәхәстәр тыуҙырған һынташ, ниһайәт, тормошҡа аша.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку