Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Япония сәнғәте» күргәҙмәһе асылды

Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Япония сәнғәте» күргәҙмәһе асылды 24.03.2017

Унда төрлө скульптура, гравюра, графикалар, ҡыҙыл ағастан яһалған мебель, барлығы 60-тан ашыу экспонат менән танышырға мөмкин. Милли эстетиканы күрһәткән фарфор һауыт-һабалар ҙа айырым иғтибарға лайыҡ. Төрлө стилдәрҙәге декор, орнаменттар һалыуҙа ҡулланылған техник ысулдарҙың дүрт быуатлыҡ тарихы бар. Фарфор әйберҙәрҙең тыуған яғы тип Хидзен провинцияһында урынлашҡан Арита ҡалаһы иҫәпләнә.

Музейҙа һаҡланған был материалдар япон милләтенең 17 быуаттан алып бөгөнгәсә булған мәҙәни мираҫына арналған. Күләмле ҡул эштәре Өфөгә 1920-40-сы йылдарҙа илдең башҡа музей фондтарынан килтерелә, шәхси коллекцияларҙан йыйылғандары ла күп. 16 апрелгә тиклем дауам итәсәк күргәҙмәгә япон оҫталарының һалҡын ҡоралы - тати церемониал ҡылысы ла ҡуйылған. 20-cе быуат башына ҡараған ҡорал башлыса императорҙар ихаталарында ойошторолған төрлө парадтарҙа ҡулланылған, ҡиммәтле бүләк булараҡ та тәҡдим ителгән.
Валентина Сорокина, М. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәре: «Был юғары художество оҫталығы. Иғтибарлап ҡараһаҡ, бер деталдең дә ҡабатланмауын күрергә мөмкин. Үҫемлектәр донъяһы, төрлө анимациялар семәрләп яһалған. Рельефы ҙур - ысын мәғәнәһендә скульптура тип атарға була. Ҡылыстың ҡыны зауыҡлы эшләнгән. Бында, хатта, авторҙың ҡултамағаһы ла ҡуйылған».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика