Михаил Несте­ров исемендәге Башҡортостан художество музейында Зөфәр Ғаяновтың картиналары менән танышырға мөмкин 23.05.2016

«Минең серҙәрем» тип аталған күргәҙмә танылған рәссамдың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған. Зөфәр Ғаян улы Балтас райо­нында донъяға килгән.

Ул Мәскәү өлкә художество училищеһын һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң 1987 йылға тиклем Башҡорт дәүләт художество музейы директоры була. Зөфәр Ғаянов үҙ эштәрендә һындарҙы һәм предметтарҙы реалистик стилистикала һүрәтләп, һыҙыҡтарға өҫтөнлөк биргән, арауыҡты күп планлы итеп күрһәтеп  композияциялар эшләгән, романтик йүнәлеш алған ғәҙәти тормош темаларына мөрәжәғәт иткән. Уның  һүрәттәре  шулай уҡ Башҡортостан тәбиғәтенең хозурлығын, илаһи­лығын тасуирлай, уға дан йырлай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика