Мексикала ҡурай моңдары 02.08.2016

Башҡортостан вәкилдәре бишенсе Бөтә Донъя фольклориада парадында ҡатнашты. Мексиканың Сакатекас штатында байрам сараһын асыу тантанаһы үтте.

Халыҡ мәҙәниәте фестивалендә донъяның 50-нән ашыу иленән төрлө милләт вәкилдәре  милли костюмдарҙа сығыш яһаны. Парадта һәр делегация тыуған иленең флагын күтәреп, үҙ халҡының йыр-моңдары, бейеүҙәрен тәҡдим итте. Форумда Рәсәй һәм Башҡортостан исеменән Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһай. Форум әле лә  дауам итә. Фольклориада сиктәрендә Мексикала йөҙләп мәҙәни майҙансыҡ булдырылған. Ә инде 7 август -  мәҙәниәт фестивален ябыу тантанаһында Бөтә Донъя Фольклориадаһы флагы Башҡортостанға тапшырыласаҡ.  Республика Сәнғәт Олимпиадаһын 2020 йылда ҡабул итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика