Матурлыҡты тоя белеүҙе талап иткән ҡорама ҡорау эше 23.01.2015

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы менән «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө берлектә яңы конкурс иғлан итте. Бәйге йыл дауамында бер-нисә этапта барасаҡ.

Ҡорама юрған, япмалар, яҫтыҡ тыштары... Бөгөн боронғо ысулды  яңыса һулыш өрөп эшләнгән аш-һыу бүлмәһе кәрәк-яраҡтары алыштыра. Шуға ҡарамаҫтан, боронғо шөғөлдө иҫкә төшөрөүсе гүзәл заттар ҙа арта бара.  
Өфөлә йәшәүсе Гүзәл Кәримова мәҫәлән, төрлө туҡымалар ярҙамында ҡурсаҡтар тегеү менән мәшғүл. Был эш ижади ҡараш та, түҙемлек тә, матурлыҡты тоя белеү ҙә талап итә. Алтын ҡуллы хужабикә яҡындарына  күңел йылыһы һалынған төрлө әйберҙәр тегә, заказдар ҙа етерлек. Һәр кемдең зауығына тап килерҙәй итеп эшләргә тырышам, ти ул.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәрҙәре йыл һайын  республиканың гүзәл заттары өсөн үҙенсәлекле акциялар ойоштороп тора. Быйыл ғинуар башында «Бәйләнештәр» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә   «Ҡорамасылар бәйгеһе» иғлан ителде. Конкурс шарттарына ярашлы, оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе интернет селтәренә ҡуя.  
«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө етәксеһе Гүзәл Ситдиҡова ла конкурс барышынан ҡәнәғәт. Конкурсҡа үҙенсәлекле  эштәр килгән.
Ҡорамасылар бәйгеһе йыл аҙағына тиклем дауам итә. Тимәк, оҫтабикәләрҙең өләсәйҙәрҙән өйрәнгәнсә ҡоролған юрған йәки «һуңғы мода буйынса» тегелгән күлдәк-итәктәр ижад итергә ваҡыты бар әле.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика