Март - ҡыҙҙар һанаусы ай

Март - ҡыҙҙар һанаусы ай 15.03.2017

Өфөлә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Байтус» тапшырыуы мөхәррире, «Хәйерле Stand-up  кис» резиденты Марсель Мөхәмәтйәнов үҙенең тәүге көлкө тамашаһын ойошторҙо.

Урамда һыуыҡ, юлдар тайғаҡ булыуға ҡарамаҫтан, «Хәйерле Stand-up  кис» резиденты Марсель Мөхәмәтйәновтың тәүге көлкө тамашаһын ҡарарға йәштәр күп килде. Был аңлашыла. Талантлы егет барыһына ла Башҡорт асыҡ квн лигаһынан таныш. «Бытбылдыҡ» командаһының алыштырғыһыҙ капитаны була.
Марсель үҙенең тәүге шәхси сығышына етди әҙерләнгән. Тамашасыларҙың йөҙөнән  йылмайыу бер секундҡа ла китмәне. Юмор оҫтаһы шаяртыуҙарҙы көндәлек тормоштан алып, үҙе ижад иткән. Башлыса дуҫтары, яҡындары менән булған хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы.
Өфөнөң зауыҡлы клубтарының береһендә «Хәйерле стендап кис» резиденттары икенсе йыл зал тултырып халыҡ  йыя. Әммә бөгөн Марсель сәхнәне башҡа юмор оҫталары менән бүлешергә теләмәне. Тәүге яңғыҙ сығышын да ҡыҙҙар һынауҙан башлауы юҡҡа түгел. Ейәнсура егете шаяртыуҙарында  гүзәл заттарҙың нескә күңелен, уларҙың һәр ҡайһыһы алтынға торошло булыуын еткерергә тырышты.
Марсель көлкө тамашаһына «Бытбылдыҡ» командаһы уйынсыһы, билдәле музыкант Зәйнетдинде лә саҡыра. Сәхнәлә юмор менән аралаш барған гитара моңдары, өзләүҙәр бер тында барҙы.  Йәштәр дәртле көйҙәргә бейеп тә күңел асты.
Марсель Мөхәмәтйәнов бар яҡлап та талантлы егет тиһәк һис тә арттырыу булмаҫ. Башҡорт асыҡ квн лигаһын, «Хәйерле стендап кис» тамашаһын ойоштороуға тос өлөш индерә. Әлеге мәлдә ул «Башҡорттар.нөктә.ру» командаһын юниор лигаға әҙерләй. Үҙенән йәшерәктәрҙе лә көлкө донъяһына батыра.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика