Марсель Сабиров «Голос. Дети» проектының финалында үҙен лайыҡлы күрһәтте 30.04.2016

Яҡташыбыҙ Беренсе каналда ойошторолған бәйгенең сираттағы этабында һигеҙ конкурстант менән бергә ҡатнашты. Башта һәр команда дәғүәселәре берәр йыр башҡарырға тейеш ине. Марселгә өҫтәлмә этаптан айырмалы рәүештә, быныһында - дәртле йыр эләкте.

Тиктормаҫ, шуҡ малай тауышы менән генә түгел, сәхнәлә үҙен тотошо менән дә тағы ла бер тапҡыр тамашасы һөйөүен яуланы. Артабан Марсель ике дәғүәсеһе һәм остазы менән «Музыкант» йырын йырланы. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иһә суперфиналға Чечен республикаһынан Раяна Асланбекова сыҡты. Шуныһы ҡыуандырҙы, Өфөнөң кескәй йондоҙо үҙен һәр этапта ла ҡыйыу тотто. Һуңғы сығарылышта барыһына ла рәхмәт әйтеп, әсәһен тыуған көнө менән дә ҡотлап өлгөрҙө. Ғәҙәттәгесә синыфташтарына ла ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика