Марсель Сабиров «Голос. Дети» проектының финалына үтте

Марсель Сабиров «Голос. Дети» проектының финалына үтте 25.04.2016

Өфөнөң кескәй йондоҙо музыкаль конкурстың өҫтәлмә этабында ҡатнашып, сәхнәлә ике тапҡыр сығыш яһаны.

Тәүгеһендә ул яңғыҙы ғына  «Вернись в Сорренто» йырын, артабан ике дәғүәсеһе һәм Сосо Павлиашвили менән бергә барыһына ла таныш хитты башҡарҙы. Тура эфирҙа иғлан ителгән тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, яҡташыбыҙға киләһе этапҡа үтеү бәхете тейҙе. Марсель өсөн был аҙна ҡыҙыу булмаҡсы, финалға ул өс йыр ятлап өлгөрөргә тейеш. Музыкаль композицияларҙың береһен ул остазы Леонид Агутин менән бергә йырлаясаҡ. Еңеүсене шулай уҡ тамашасылар һайлаясаҡ. Йома көнө Беренсе каналда Өфө малайы өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика