Марсель Ҡотоев «Уралым» йыры менән Ҡаҙағстан тамашасыһын таң ҡалдырҙы 06.06.2016

Яҡташыбыҙ 2-3 июндә Ҡаҙағстан республикаһының Атырау ҡалаһында уҙған  «Яйыҡ тауышы» исемле халыҡ-ара концерт-фестивалдә өсөнөс урын яуланы.

Профессиональ башҡарыусылар конкурсында Марсель Ҡотоев Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Белоруссия, Әзербайжан, Украина һәм башҡа илдәр вәкилдәре менән бер сәхнәлә  Башҡортостан данын яҡлай. Бәйге  шарттары буйынса, яҡташыбыҙ  беренсе турҙа ҡаҙаҡ телендә  композитор Ғиззәт Бисеновтың «Бабалар» йырын башҡара.  Марсель Ҡотоев  тамашасы һөйөүе номинацияларында ла еңеүсе тип табыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика