Мөғжизә илен урап үтмәгеҙ 19.09.2015

Баш ҡалала сираттағы «Театр төнө» мәҙәни акцияһы ойошторолдо. Быйылғы байрам Еңеүҙең 70  йыллығы менән Әҙәбиәт йылына арналған.

Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Мәжит Ғафури һәйкәле алдындағы майҙанда кескәйҙәрҙең ваҡытын мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә вәғәҙәләй. Театрлаштырылған тамашала, флешмобта ҡатнашыу, әкиәт геройҙары менән танышыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырасаҡ, ти ойоштороусылар.
Артистар баш ҡала халҡына  Еңеүҙең 70 йыллығына арналған  «Ил  яҙмышы - ирҙәр иңендә»  шиғри-музыкаль кисәнән өҙөк тә әҙерләгән.  Шулай уҡ бында һуғыш йылдарына арналған күргәҙмә менән дә танышырға мөмкин.
Шулай ҙа тамашасыны, тәү сиратта, театрҙың эске донъяһы ҡыҙыҡһындыра. Костюмдар иленә сәйәхәт ҡылырға тәүге ҡунаҡтар - ижад донъяһының тоғро дуҫтары килгән дә инде. Улар сәхнә йондоҙҙары - төрлө спектаклдәрҙән персонаждар менән  аралашып, иҫтәлеккә фотоға төшә. Әйткәндәй, заманса биҙәлгән сәхнәлә ҡыҙыҡлы тамашалар ҙа ҡуйыласаҡ. Сәнғәт оҫталары йәштәрҙе лә, ололарҙы ла иҫ китмәле шәп программанан ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһынан уҡ баш ҡала  халҡын тантаналы рәүештә ҡаршылайҙар. Бында ҙур концерт программаһы бара. Сәхнә арты мөхите менән танышырға теләүселәр ҙә күп. Грим һалыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә халыҡты әленән-әле үҙенә арбай.
Шаулап-гөрләп торған биналар янынан урап үтмәгеҙ. Театр байрамы үҙәгендә булыу - тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырасаҡ. Әйткәндәй, бындай күркәм тамаша баш ҡаланың һәр театрында ла ойошторолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика