Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Мәскәүҙәге гастролдәре тамамланды 14.10.2014

Ижади сәфәрҙең һөҙөмтәһе итеп башҡорт театры менән баш ҡаланың  «Сатирикон» театры араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлдө.

Ике театрҙың художество етәкселәре Олег Ханов менән Константин Райкиндың имзалары менән нығытылған документ үҙ-ара хеҙмәттәшлек юлдарын барлай. Унда гастролдәр менән алышыуҙан тыш, берлектәге ижади проекттар, шул иҫәптән Аркадий Райкин исемендәге Мәҙәниәт, сәнғәт һәм ял үҙәгендә белем алыу ҙа күҙаллана. Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Сатирикон» сәхнәһендә гастролдәре уҙған аҙнала үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход» , Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» , Софоклдың «Эдип батша» әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе Мәскәү тамашасыһы яратып ҡабул итте. Гастроль программаһы «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы һәм театрлаштырылған тамаша менән тамамланды. «Сатирикон» театры Өфөгә киләһе йыл көҙ килергә ниәтләй.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика