Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына 95 йыл 19.12.2014

Ошо уңайҙан бөгөн мәҙәни усаҡта тантаналы сара үтте.

Кисәлә театр хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары, Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Һәр тәбрикләү һүҙе йыр-моң менән үрелеп барҙы. Юбилей уңайынан ижади коллектив республиканың төрлө мәҙәни усаҡтары менән берлектә үҙенсәлекле театрлаштырылған тамаша сәхнәләштерҙе. Стәрлетамаҡта ойошторолған театр 1919 йылдың декабрендә Өфөлә бәләкәй күсмә театр төркөмө булараҡ эш башлай. Бер быуатҡа торошло тарихи осоронда театр башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа мөһим роль уйнай.
Һәр ижад миҙгеле һайын яратҡан тамашасыһын яңынан-яңы әҫәре менән ҡыуандыра килә. Әйткәндәй, быйыл башҡорт театры икенсегә республика президенты грантын алыуға өлгәште. Ошо уңайҙан мәҙәни усаҡ бик күп ниәттерен тормошҡа ашырҙы. «Башҡорт дәүләт академия драма театры - спектаклдәрҙә һәм төрлө йөҙҙәрҙә» тип исемләнгән өс томлы китап баҫтырҙы, Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға, Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында үткән Урта Азия театрҙары фестивалендә ҡатнаша. Шулай уҡ Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектаклен сәхнәләштереп, яңы һәм заманса яҡтыртыу, тауыш аппаратуралары һатып алыуға, зауыҡлы сәхнә кейемдәрен тегеүгә ирешә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика