Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сираттағы премьераға әҙерләнә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сираттағы премьераға әҙерләнә 23.10.2014

Ижади коллектив тамашасыға  драматург Рәлиф Кинйәбаевтың «Әбейүшка эт нөктә ру» исемле заманса комедияһын тәҡдим итмәксе. Премьера 31-се октябргә билдәләнгән.

Рәлиф Кинйәбаевтың драма әҫәрҙәрен театр һөйөүселәр көтөп ала. Быға тиклем  «Әбей урлау» комедияһын Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры «Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар» исеме аҫтында сәхнәләштерһә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры уны икенсе исем менән  тәҡдим итмәксе.
Заманса комедияла оло һәм йәш быуын вәкилдәренең тормошо, ғүмер, бер-береңде ихтирам итә белеү кеүек мәңгелек темалар күтәрелә. Пьеса көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға ла бай. Спектакль тамашасыны бар донъяһын онотоп көлөргә, уйланырға мәжбүр иткән сәхнә әҫәре булыуы менән ҡыҙыҡлы, ти театр артистары.
Спектакль бөгөнгө көн менән ауаздаш. Бибисара әбей улы һәм килене менән ауылда донъя көтә, оло булыуына ҡарамаҫтан ҡул ҡаушырып ултырмай:  картуф утай, мунсаһын яға, гәзит уҡый...Балалары әсәләрен «һин ҡара», «юҡ, һин ҡара» тип бәхәсләшкәндә замана ҡарсығы яҙмышын үҙе хәл итә. Ә нисек? Был хаҡта тамашасы премьерала белә ала.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку