Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 95-се ижад миҙгелен «Ҡара йөҙҙәр» спектакле менән acты

 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 95-се ижад миҙгелен «Ҡара йөҙҙәр» спектакле менән acты 07.10.2014

Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклде театрҙың йәш  актерҙары уйнаны.

Быға тиклем тамашасыларға Римма Сәлмәнова Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» драмаһында тәүҙә Зөбәржәт, һуңынан Шәфәҡ роле аша таныш булһа, был юлы ул Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектаклендә төп героиня Ғәлимәне башҡарҙы. Уҙған быуат ҡатын-ҡыҙ образын тыуҙырыу, уның бар камиллығын тамашасыға түкмәй-сәсмәй асып һалыу еңелдән бирелмәне, тине ул премьера һуңында.

Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса спектакль музыкаль драма жанрында Башҡорт академия драма театрында беренсе тапҡыр 1938 йылда ҡуйыла. Повестың инсценировка авторҙары - Ғәйнан Әмири һәм Вәли Ғәлимов. «Ҡара йөҙҙәр»ҙе режиссер Вәли Ғәлимов Рифҡәт Фәйзи менән берлектә, ошо уҡ театрҙа төрлө йылдарҙа сәхнәгә сығарыла. Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин «Ҡара йөҙҙәр»ҙе дүртенсе быуын актерҙары ҡатнашлығында күрергә насип булды. Сираттағыһын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдым, ти ул.

«Ҡара йөҙҙәр» - ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырған, осорҙоң мөһим социаль проблемаларына, йәмғиәт күренештәренә автор үҙ баһаһын биреп, уйланырға мәжбүр иткән повесть. Замансалаштырылған көйөнсә тамашасыға еткерелгән әҫәр, театр артистары, режиссер, рәссам, композитор, һәммәһенең тырышлығы бушҡа булманы.

Әйткәндәй, үлемһеҙ әҫәрҙе ижади коллектив сәхнәлә түгел, тамашасы залында уйнаны. «Ҡара йөҙҙәр»ҙә барыһынан да алда мөхәббәт трагедияһы түгел, ә саманан тыш ауыр әхләҡи-психологик шарттарға дусар ителгән ябай кеше трагедияһы хикәйәләнеүен сагылдырған спектакль ҡабат 25 октябрь сәхнәгә сығасаҡ. Был юлы Ғәлимәне йәш актриса Гөлнара Ҡаҙаҡбаева башҡара.

Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку