Мәскәүҙә үткән «Йәштәр модаһы» халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан уҡыусылары икенсе урын яуланы 05.01.2015

Милли кейем теккән ҡыҙҙар Әлшәй районы «Пионерҙар» йортонда шөғөлләнә. Уңышлы эше өсөн 7-се синыф уҡыусыһы Радмила Хажиәхмәтова «Орленок» лагерына путевка менән бүләкләнеп, ял итеп ҡайтҡан.

Мода театры түңәрәге уҡыусылар өсөн тормош һабаҡтары дәресенә тиң. Үҫмерҙәр  Рәсәй милләттәренең кейем үҙенсәлектәрен, һәр биҙәктең мәғәнәһен өйрәнә, уларға ҡарап костюмдар тегә. 7-се синыф уҡыусыһы Радмила Хажиәхмәтованың  башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме халыҡ-ара конкурста юғары баһаланған. Ҡыҙ халыҡ-ара кимәлдә икенсе урын яулап, «Орленок» балалар лагерында ял итергә юллама алған.
Түңәрәктең ғорурлығы - Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас милли кейем. 1700 йылдарҙа тегелгән һәм бөгөнгәсә район ғаиләләренең береһендә һаҡланған костюмды түңәрәктә шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр үҙҙәре барып күреп, уны кейем теккәндә тергеҙергә тырышҡан. Биҙәүестәрҙе, милли орнаменттарҙы сағылдырған.  
Күрше бүлмәлә кейеҙ баҫыусылар түңәрәге эшләй. Уҡыусылар һарыҡ йөнөн төрлө төҫтәргә буяп, һындар, ҡурсаҡтар яһай. Бәйләргә, сигергә өйрәнә.  Сувенир быймалар менән шыршыны биҙәргә, Яңы йылға яҡындарыңа бүләк итергә мөмкин. Ҡыҙҙар кейеҙҙән биҙәүестәр эшләргә лә өйрәнгән.
Оҫта ҡулдар түңәрәге тәрбиәләнеүселәренә ижади коллективтарҙан костюмдар тегергә заказдар ҙа йыш була. Әлегә ҡыҙҙар бындай яуаплылыҡты алырға баҙнат итмәй. Бары тик үҙҙәре өсөн тегә. Киләсәктә  оҫта ҡулдар кейемдәре донъя подиумдарын яулаясағына  шик юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика