Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй «Мисс Азия. Мәскәү» матурлыҡ һәм нәзәкәтлек конкурсында Ейәнсурала тыуып үҫкән 18 йәшлек Илнара Ниязғолова «Беренсе вице-мисс» титулын яуланы. 15.12.2016

Илнара баш ҡалалағы 1-се медицина университетында белем ала. Был Илнараның тәүге еңеүе түгел. Быйыл  ул Мәскәүҙәге башҡорт һылыуҙары конкусында Гран-при,  республика «Һылыуҡай-2016» бәйгеһендә икенсе урынға лайыҡ булғайны.

Матурлыҡ бәйгеһе халыҡ-ара байрамға әйләнә. Республика данын унда ике башҡорт һылыуы яҡлай. Эльвира Вәлиева «Мисс талант» номинацияһында еңеү яулай. Яҡташтарыбыҙ милли кейемдәрҙә сығыш яһап, барлыҡ һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтә. Ижади бәйгелә сығыш яһағанда уларға  «Алтын Ай» ансамбле менән «Заман» этно-проекты ярҙамға итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика