Мәскәү сәхнәһендә - башҡорт театры

 Мәскәү сәхнәһендә - башҡорт театры 09.10.2014

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының илдең баш ҡалаһындағы гастролдәре дауам итә. Ижади коллектив 95-се ижад миҙгеле сиктәрендә тамашасыларға иң өлгөлө спектаклдәрен тәҡдим итә. Тәүге көндә актерҙар мәскәүҙәрҙе Мәхәмәтша Буранғоловтың «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһы менән ҡыуандырҙы.

 Сәхнәлә - Мөхәмәтша Буранғоловтың «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһы. Тарихи әҫәрҙе башҡорт мәҙәниәтенә, сәнғәтенә һыуһаған милләттәштәребеҙ әҫәрләнеп ҡараны. Спектакль аша халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә байҡау яһаны. Был әҫәр Мәскәү тамашасы өсөн юҡҡа һайланмаған.

Коллективтың Мәскәүҙең «Сатирикон» театры сәхнәһендә беренсе тапҡыр сығыш яһауы. Ижади сәфәр башҡорт театрының 95 йыллыҡ юбилейына һәм Мәҙәниәт йылына арналды. Гастролдәр аншлаг менән үтмәксе. Кассала билеттар ҡалмаған тиерлек.

Константин Райкин, «Сатирикон» театры етәксеһе: «Минеңсә, Өфө - ул театрҙар ҡалаһы. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостан халҡы ҡунаҡсыллығы менән күптәрҙең һөйөүен яулаған. Театрҙар менән хеҙмәттәшлек булдырып, киләсәктә гастролдәрҙе йышыраҡ ойошторорға кәрәк».

Коллектив Мәскәү тамашасыһына Таңсулпан Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклын, Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ен, Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ параход»ын, Софоклдың «Эдип батша»һын күрһәтерге иҫәп тота. Гастролдәр 12 октябргә тиклем дауам итә.

Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку