Мәскәүҙә Рус география йәмғиәтенең беренсе фестивале тамамланды 08.11.2014

Рәсәй төбәктәре ижади коллективтары ҡатнашҡан сараға Башҡортостандан  Милли музей делегацияһы менән  Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» фольклор-эстрада төркөмө барҙы.

Күләмле фестиваль Рәсәйҙең иң оло йәмәғәт ойошмаһының 170 йылға яҡын тарихында тәүге тапҡыр уҙғарылды. Сараның һәр көнө айырым темаға - экспедицияларға, тикшеренеүҙәргә, тәбиғәтте һаҡлауға, фәнгә һәм Рус география йәмғиәте төбәктәренә арналды. Тематик көндәр ҡунаҡтары - билдәле сәйәхәтселәр, ғалимдар, фотографтар, авторҙар коллективтары һәм телетапшырыуҙар алып барыусылары төрлө лекциялар һәм презентациялар уҙғарҙы.  
Башҡортостан экспозицияһы боронғо йыһаздар һәм халыҡ кәсептәре предметтары менән биҙәлгән башҡорт тирмәһендә ойошторолдо. Күргәҙмәлә республика оҫталары бәйләм бәйләү, кейеҙ баҫыу, мәрйен теҙеү буйынса оҫталыҡ  дәрестәре күрһәтте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика