Мәскәүҙең «Октябрь» кинотеатрында «Нурлы фәрештә» тип исемләнгән XIII Халыҡ-ара кинофестиваль старт алды 02.11.2016

2005 йылдан алып уҙғарылған конкурс йыл да ноябрь башында, уҡыусыларҙың көҙгө каникулы ваҡытында ойошторола. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы  Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй патриархы Кириллдың сәләмләүе сараның әһәмиәтен бермә-бер арттырҙы. Конкурста Рәсәй төбәктәренән тыш, тиҫтәләрсә ил кинематографистарының 64 фильмы ҡатнаша.

Улар 300-ҙән ашыу эш араһынан һайлап алынған. Быйылғы фестивалдең маҡсаты  - тамашасыға изгелек өләшеүсе фильмдар тәҡдим итеү. Фестивалдә Башҡортостан исеменән күптәргә «Бәхет ҡошо», «Сируси» сериалдары аша яҡшы таныш, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе режиссеры Руслан Юлтаев та ҡатнаша. Конкурсҡа ул тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән «Өс хат» фильмын тәҡдим иткән. Башҡорт телендә барған кинотаҫманы  Мәскәү тамашасыһы ла бик йылы ҡабул иткән һәм алҡыштарға күмгән.
Руслан Юлтаев, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе режиссеры: «Фильм бөткәс тә тамашасы таралырға ашыҡманы. Халыҡ изге, эскерһеҙ кино өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Тамашасылар бындай картиналарҙың күберәк төшөрөлөүен теләне. Сөнки бындай фильмдарҙа һәр кем үҙенең яҡынын, күршеһен, таныштарын күрә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика