Мәскәүҙең "Коломенское" дәүләт тарихи-архитектура һәм тәбиғи-ландшафт музей-ҡурсаулығында алтынсы тапҡыр дөйөм ҡала һабантуйы үтте

Мәскәүҙең  "Коломенское" дәүләт тарихи-архитектура һәм тәбиғи-ландшафт музей-ҡурсаулығында  алтынсы тапҡыр дөйөм ҡала һабантуйы үтте 18.07.2016

Баш ҡаланың иң матур урындарының береһендә үткән байрам  йөҙ меңгә яҡын халыҡты бергә тупланы. Башҡортостан делегацияһын республика Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтйәнов етәкләне. Һабантуй ҡунаҡтары өсөн Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү сәнғәт оҫталары сығыштарын, халыҡ һәм балалар уйындарын үҙ эсенә алған махсус программа әҙерләнде.

Һабантуйҙа Нурзиләнең толом-толом сәстәренә һоҡланмаған кеше ҡалманы. Уның менән фотоға төшөүселәр күп булды. Баймаҡ районы һылыуҡайы ун йылдан ашыу Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Тап башҡорт ҡыҙҙарының оҙон сәстәре аша күптәр башҡорт мәҙәниәте менән таныша ла инде.

Мәскәүҙә лә һабантуй ойоштороу матур йолаға әйләнде. Байрамға йылдағыса баш ҡала һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары ғына түгел, ә теләгән һәр кем килде. Быйыл  Илеш һәм Саҡмағош райондары вәкилдәре Мәскәүҙәрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Башҡортостандың мәҙәниәте, тарихы, сәнғәт ҡомарт­ҡылары, башҡорт халҡының  көнкүреше менән таныштыр­ҙы. Иҫ китмәле тирмәләрҙә оҫталарҙың ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторолдо. Телде йоторлоҡ итеп әҙерләнгән аш-һыу ҡунаҡтарҙа  онотолмаҫ тойғолар ҡалдырҙы. Улар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды.

Алтынсы йыл һабантуйға йөҙ меңдән артыҡ кеше йыйыла. Мәскәүҙә йәшәүселәр өсөн был ҡор көтөп алған байрамға әйләнгән. Һабантуй менән бергә ҡала тормошонда башҡорттарҙың мәҙәниәте лә сағыла, йыл әйләнәһенә бында  бал, сәк-сәк, ҡымыҙ ҙур ихтыяж менән ҡулланыла, ти ойоштороусылар. Байрамда теләгән һәр кем спорт төрҙәренән -көрәшкә, милли бейеүҙәр һәм йырҙарға өйрәнә алыу мөмкинлегенә эйә булды. Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙ, ғөмүмән, барлыҡ ҡунаҡтар майҙанда рәхәтләнеп күңел асты. Бер-береһе менән осрашты, һөйләште, танышты.

Һабантуйҙар хәҙер Рәсәйҙә генә түгел, хатта башҡорттар күпләп йәшәгән  сит илдәрҙә лә гөрләп уҙа. Туған йыр-моңдарға һыуһаған милләттәштәр был байрамда теләп ойойштора. Уҙған ял көндәрендә бындай байрамдар  Бөйөк Британия, Канада, Америка, Ҡаҙағстан һәм башҡа бик күп илдәрҙә уҙҙы. Тап ошондай байрамдар милләттәштәрҙе берләштереп, рухи яҡтан байытыуҙа әһәмиәте ҙур, ти ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика