Мәскәүҙә башҡорт ҡыҙҙары «Мисс Азия. Рәсәй – 2016» конкурсына әҙерләнә 29.12.2016

Гүзәллек бәйгеһе быйыл тәүгә Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ һәм Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы ярҙамында ойошторола. Унда Башҡортостан данын ике һылыуҡай яҡлай. Мәскәүҙә өсөнсөгә үткән «Һылыуҡай» бәйгеһе еңеүсеһе Илнара Ниязғолова сираттағы тажды яуларға ниәтләй. 10 декабрҙә ул Милләт-ара матурлыҡ фестивалендә сығыш яһай. Унда йәмғеһе 19 ҡатнашыусы буласаҡ.

«Мисс Азия. Рәсәй»ҙең финалына шулай уҡ яҡташыбыҙ Эльвира Вәлиева ла сыҡҡан. Ул жюри ағзаларын көслө рухлы булыуы менән әсир иткән. Ҡыҙ бер нисә ай элек кенә Мәскәүгә күсенгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен профессиональ рәссам һәм модель булараҡ танытҡан. Бынан тыш, ул «Йәсмин» матурлыҡ студияһында дәрестәр ҙә алып бара. Әле күләмле гүзәллек бәйгеһенә тиклем аҙна ярым ваҡыт ҡалған. Конкурста Башҡортостан һылыуҡайҙары Эльвира менән Илнара милли кейемдәрҙә сығыш яһап, тамашасыларҙы халҡыбыҙҙың йолалары менән таныштырасаҡ. Шулай уҡ ҡыҙҙар менән бер сәхнәгә ижади этапта «Заман» этно-төркөмө һәм «Алтын-ай» башҡорт бейеү ансамбленең сығыуы ла көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика