Мәсәғүт район мәҙәниәт һарайында Башҡорт Юниор КВН лигаһының «Төньяҡ-көнсығыш» төбәк фестивале үтте

Мәсәғүт район мәҙәниәт һарайында Башҡорт Юниор КВН лигаһының «Төньяҡ-көнсығыш» төбәк фестивале үтте 31.10.2014

Уйында 15 команда көс һынашты.

КВН командаларының «Өс тармаҡ», «Арый туҡталышы», «Ҡыйғы шаяндары», «Кесерткән» һәм башҡа үҙенсәлекле исемдәре төньяҡ-көнсығыш төбәктә йәштәр уйынының киң тарала барыуын күрһәтте. Фестивалдә командалар төрлө көнүҙәк проблемаларҙы уйын-көлкө аша асып бирергә тырышты, тамашасыларҙы йыр-бейеүҙәре, үҙенсәлекле сығыштары менән шатландырҙы.  Командаларҙың шаяртыуҙарын шығырым тулы зал алҡыштарға күмде. Күптәр КВН-сы сифатында сәхнәгә тәүге тапҡыр сығыуына ҡарамаҫтан, баҙап, юғалып ҡалманы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Республика лицей-интернатының «Төньяҡ амурҙары» командаһы - беренсе, Учалынан «Тик ҡыҙҙар» - икенсе һәм Дыуан районынан «Арый туҡталышы» командаһы өсөнсө урын яуланы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку