Мәрхәмәтле ҡоймаҡтар 12.03.2016

Православтарҙың масленица байрамы уңайынан Өфөлә лә күләмле сара уҙҙы. Күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре байрамдың төп һыйы - ҡоймаҡ ҡойоп, «Мәрхәмәт» фонды менән берлектә хәйриә акцияһы ойошторҙо. Йыйылған аҡса арҡа һәм күкрәк һөйәктәре үҫеше етешһеҙлеге менән яфаланыусы Оливия Бикмөхәмәтованы дауалауға тотоноласаҡ.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры  Әминә Шафиҡованың тәүге ҡоймаҡтары килеп сыҡмаһа ла, артабанғылары уңды.
«Мәрхәмәт» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитова ҡоймаҡ ҡойоу нескәлектәрен яҡшы белә. Ул үҙенең серҙәре менән дә уртаҡлашты.
Күрше мейестә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова ла байрам ҡунаҡтарын ҡоймаҡ менән һыйлай. Хәйриә акцияһы уҙған көндөң ҡояшлы, матур булыуы байрамға килеүсе халыҡҡа ла, мейес артында тороусыларға ла яҡшы кәйеф өҫтәй, тип билдәләй ул.
Ҡоймаҡтар тәмле булып ҡыҙарып бешә. Берәүҙәр уны ҡуйыртылған һөт, икенселәр бал менән ашауҙы хуп күрә. Тәмлекәстәргә сират ҙур, барыһы ла байрам ризығын тәмләп ҡарарға теләй.  Хәйриә акцияһында уның хаҡын һатып алыусылар үҙҙәре билдәләй. Оливия Бикмөхәмәтоваға ярҙам итеү теләгендә йәшниккә 5, 10 мең һум аҡса һалыусылар ҙа бар.
Берәүҙәр тәмле ҡоймаҡ менән һыйланһа, икенселәре төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Сәхнә лә йыр-бейеүҙән тынманы. Байрам йолаһы шартына килтереп башҡарылды. Иң мөһиме, Оливия Бикмөхәмәтованы дауалау өсөн аҡса йыйылды. Әйткәндәй, бындай сара республикала йыл һайын уҙғарыла. Изге йолаға әйләнгән акция ярҙамға мохтаж бер нисә баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырға, уларҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика