Мәҙәниәт йылы сиктәрендә Өфөнөң Сергей Аксаков исемендәге ял паркында тажик мәҙәниәте байрамы билдәләнде 08.09.2014

Милли байрам Тажикстандың бойондороҡһоҙлоғона 23 йыл тулыуға арналды.

Сараны Халыҡтар дуҫлығы йорто менән Исмоил Сомони исемендәге тажик милли мәҙәниәте үҙәге ойошторҙо. Байрамда ҡатнашыусыларҙы Тажикстан Республикаһының Башҡортостандағы консулы, Халыҡтар дуҫлығы йортона ҡараған милли-мәҙәни үҙәк етәкселәре сәләмләне. Сара һуңында һәр кем тажик милли аш-һыуы менән һыйланды.
Барот-бек Джалолов, И.Сомони исемендәге тажик милли-мәҙәни үҙәге рәйесе: «Башҡортостан - беҙҙең өсөн икенсе тыуған йортобоҙ. Байрамға беҙ ошо ерҙә татыу ғүмер итеүсе төрлө милләт вәкилдәрен саҡырҙыҡ. Бер-беребеҙҙең мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу халыҡтарҙы тағы ла яҡынайта».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика