Мәҙәниәт йылы штандарты Көйөргәҙе районынан Йылайырға килеп етте

Мәҙәниәт йылы штандарты Көйөргәҙе районынан Йылайырға килеп етте 27.06.2014

Марафонды тапшырыу сиктәрендә йылайырҙар «Башҡорт ашы» байрамын үткәрҙе.

Марафонды тапшырыу сиктәрендә йылайырҙар «Башҡорт ашы» байрамын үткәрҙе.

«Башҡорт ашы» фестивален Йылайырҙа үткәреү теләге юҡҡа ғына уянмаған. Райондың бер нисә ауылы этнотуризм менән шөғөлләнә. Тап башҡа өлкәләрҙән килгән халыҡ ошондай тәҡдим индерә лә инде. Сара башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу, башҡорт халҡының көнкүрешенә, аш-һыуына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Көйөргәҙе вәкилдәре тантаналы шарттарҙа БР Мәҙәниәт министрлығы штандарттарын тапшырҙы. Башҡорт аш-һыуы малсылыҡ, игенселек хужалығы, шулай уҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Ит ризыҡтары ҙур урын алып тора. Күркәм йола буйынса табында төп урын бишбармаҡҡа бирелә. Йылҡы итенән - ҡаҙы, һыйыр һәм һарыҡ итенән тултырма әҙерләнә. Ондан сөсө һәм әсе икмәк бешерәләр, талҡан әҙерләнә. Байрам өҫтәле өсөн бәлеш, бауырһаҡ ҡуйыла. Башҡортостан балы менән бер рәттән, шифалы ҡымыҙы менән дә элек-электән дан тотҡан.
Аймара Рәхимова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика