Мәҙәниәт йылы марафоны Октябрьскийҙа үтте

Мәҙәниәт йылы марафоны  Октябрьскийҙа үтте 19.09.2014

Төп тантаналар  ҡаланың музыка колледжында уҙҙы.  

Төбәккә Мәҙәниәт йылы символын Туймазы районы вәкилдәре тапшырҙы. Улар килгән ҡунаҡтарҙы  милли аш-һыу һәм үҙенсәлекле ижади эштәре менән ҡаршыланы. Беренсе көндә үҙәк майҙанда 600 кеше ҡатнашлығында төбәктең мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары менән таныштырыу ойошторолдо. Ошонда уҡ оҫталар ҡаласығы эшләне.  Киләһе ике көндәге байрам да сағыу тантаналарға бай булды. Атап әйткәндә, Туймазы ҡалаһының  балалар музыка мәктәбендә ҙур концерт үтте. Төбәккә «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны штандартын  Дәүләкәндәр тапшырҙы. Иртәгә эстафетаны Бәләбәй районы ала. Унда марафон саралары  Халыҡ-ара Аксаков байрамы менән тура киләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку